Бөтә яңылыҡтар

Бәхетле бул, улыбыҙ-алтыныбыҙ!

Бөгөн беҙҙең өсөн байрам. Беҙгә һине биргән көн менән!!!

Бәхетле бул, улыбыҙ-алтыныбыҙ!
Бәхетле бул, улыбыҙ-алтыныбыҙ!

Улыбыҙ Ильнар Рамай улы САРБАЕВтың тыуған көнө. Бынан 35 йыл элек, Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында, 1989 йылдың 5 мартында көслө тауышлы бала доньяға килде, беҙ тәүгә атай менән әсәй булдыҡ, был тойғоно яҙып ҡына аңлатып булмай. Хоҙайҙан гел генә һорай инек, ағзаһы теүәл булып, аҡылы камил бала булһын тип, гел генә күңелебеҙҙә ошо теләк булды, Аллаға шөкөр, улым үҙенең сағыу тауышы, һәр ваҡыт шаян булыуы, уңған булыуы, һәр ваҡыт уңыштары, еңеүҙәре, бер ваҡытта ла бирешмәүе менән ҡыуандырып тора. Һәр саҡ ярҙамсыл, туған йәнле, итәғәтле, йомарт, киң күңелле. Матур ғаилә ҡороп, киленебеҙ Розалия менән ике сибәр ҡыҙ үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта Өфө районы Шамонино поселыгында бәхетле ғүмер юлын үтәләр. «Прогресс» етештереү ойошмаһында йыйыу-монтаж бюроһы начальнигы вазифаһын башҡара. Эшендә ҙур ихтирамға лайыҡ. Хеҙмәтенең баһаһы булып бик күп маҡтау грамоталары тора. Яҡшы кәйеф беҙ теләйбеҙ һиңә, бәхетле бул, балам, һин гелән. Нур һибеүсе Ҡояш кеүек сибәр,яғымлы һәм бигерәк уңғанһың. Беҙгә бөтмәҫ шатлыҡ өләшеүсе, һин бит үҙең - бәхет булғанһың! Фәрештәләр ҡанаттарын йәйеп, һаҡлап торһон мәңге ғүмер юлыңда. Оҙон ғүмер Хоҙай бирһен, улыбыҙ, сәләмәт, батыр бул. Тыуған көнөң ҡотло булһын, улыҡайым!
Һәр бер көнөң шатлыҡ менән тулһын.
Бер мохтажлыҡ күрмәй, рәхәт йәшә,
йәшәү һиңә ысын байрам булһын.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың ,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә .
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
тән сихәте бирһен ғүмергә .
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
бергә- бергә оҙаҡ йәшәргә ..
Тыуған көнөң һине Ильнарыбыҙ
Ғүмереңдең сәскә саҡтары.
Теләктәрҙең һиңә иң изгеһе -
Йөрәк түрҙәрендә ятҡаны.
Һуйыр таштай сыҙам, түҙемле бул
Тормош күперҙәрен үткәндә,
Йән һөйгәнең яндарыңда булһын
Яҙмыш һуҡмаҡтарын һүткәндә.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйбеҙ,
Йылмайғанын теләйбеҙ, көлгәнен.
Улыбыҙ ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Бәхетле бул, улыбыҙ-алтыныбыҙ!
Ҡотлау менән әсәйең, ҡустың Тимур, ҡатының Розалия, ҡыҙҙарың Әминә менән Сафина һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:
Читайте нас