Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле мырҙам, ҡәйнешем, абзыйыбыҙ Алик Әнир улы ХӨСӘЙЕНОВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Уңған, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, туғандарының ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын, һөйөүен күреп, бәрәкәтле, имен тормошта, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә насип итһен!
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Иң изге теләктәр менән апайың Гүзәл, еҙнәң Радик һәм уларҙың балалары.