Яҡут ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Салауат ҡалаhында йәшәүсе, беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - Рәмил Рәшит улы ИШДӘҮЛӘТОВты матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ярҙамсыл, асыҡ күңелле, тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән кеше. Барыһына ла изге йөрәкле, тормош иптәше өсөн тоғро ғаилә башлығы, ике ҡыҙы өсөн хәстәрлекле атай булыуы менән беҙ бик бәхетле.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын.
Бер-беребеҙгә таяныс булып матур һәм оҙон ғүмер юлын үтергә яҙһын. Бөтә изге теләктәрең тормошҡа ашһын!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Айгөл, ҡыҙҙарың Линара менән Раяна, ҡайның Рәшит, ҡәйнәң Зилә һәм барлыҡ туғандарың.