Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле еҙнәм, бажам, бабайыбыҙ Раил Рафаэль улы АҠҺАРОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм дә ихлас йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан изге-уй теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ғаиләлә өлгөлө атай, олатай, хәстәрлекле хужа булған ихтирамға лайыҡлы кешегә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге һәм бәхете теләйбеҙ. Киләһе көндәрҙә лә йәшлек көс-ҡеүәтен һүндермәй, яҡындарына терәк, таяныс, кәңәшсе, йәшәү мәғәнәһе булып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, донъяның һәр миҙгеленә ҡыуанып ейән-ейәнсәрҙәреңдең, балаларыңдың изгелеген, ҡыуанысын тойоп, күреп, һөйөнөп йәшәргә яҙһын. Күңелең һәр ваҡыт көр, йөҙөң әлегеләй ихлас, нурлы булһын.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең иң изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар беҙгә
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Иң изге теләктәр менән Манғотовтар ғаиләһе.