Көйөргәҙе ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле апайыбыҙ Райхан Фәрих ҡыҙы НИҒМӘТУЛЛИНАны 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Сабыр холоҡло, киң күңелле яратҡан кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын теләйбеҙ. Күңелең һәр саҡ тыныс, таңдарың имен, барыр юлдарың асыҡ, эштәрең уң булһын. Киләсәктә лә бөгөнгөләй оло йөрәкле, киң күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, именлектә, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Беҙ һине бик яратабыҙ. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын.
Ҡотло булһын, апай, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, бәхет менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың.
Һау-сәләмәт уҙайыҡ бергәләшеп
Киләсәктә тормош юлдарын.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һылыуың Әлфиә.