Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Раил Рафаэль улы АҠҺАРОВты күркәм байрамы – 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, изгелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта еңгәбеҙ менән бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай һине күңел тыныслығынан айырмаһын, йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән мырҙаларың Альмир, Румил, киленең Рәсимә һәм уларҙың балалары.