Йәшә һөйөп-һөйөлөп

Гөлшат ЯМАТОВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йәшә һөйөп-һөйөлөпЙәшә һөйөп-һөйөлөп
Йәшә һөйөп-һөйөлөп
Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын булған кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Гөлшат Сәғәҙәтулла ҡыҙы ЯМАТОВАны күркәм байрамы - 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, атайыбыҙ менән оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Әсәкәйем күҙ нурым, тип
Ҡабатлайым мин гелән.
Һинең йәмле йөҙҙәреңә,
Ҡояш нуры һирпелгән.
Әсәкәйем бөгөн һинең,
Матур ғүмер байрамың.
Тормошоңдоң юлын буйлап,
Баш эйәмәйсә атлайһың.
Ипле лә һин, сабыр, итәғәтле,
Булмышың менән эшсән.
Һиңә ҡарап үрнәк алабыҙ,
Ҡурҡмайһың һис бер эштән.
Атайым менән ҡауышып,
Тибрәлттегеҙ парлы бишектә.
Һеҙ булғанда һис таралмаҫ,
Йылылығы тыуған нигеҙҙән.
Әсәкәйем наҙың биреп,
Үҫтерҙең беҙҙе һөйөп.
Аҡ бәхеттәр теләнең һин,
Аҡ биләүҙәргә төрөп.
Ошо күркәм байрамыңда,
Ҡабул итсе беҙҙән рәхмәттәр.
Һинең бәхетеңде күреп,
Шатланалар беҙҙең йөрәктәр.
Иҫән-һау бул, ауырыма,
Йөҙҙәрең торһон көлөп.
Парлы, бәхетле тормошта
Йәшә һөйөп-һөйөлөп.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Наурат, ҡыҙҙарың Гөлназ, Лилиә, кейәүҙәрең, ейәнсәрҙәрең Камилла, Карина, Аделина.
Автор:
Читайте нас