Күмертау ҡалаһы
Бөгөн минең өсөн иң тылсымлы көн - минең яҡынымдың тыуған көнө! Яратҡан тормош иптәшемде, Дияз Нияз улы Солтангәрәевты, 35 йәшлек юбилейы менән ысын куңелдән ҡотлайым! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош... Ә мин, һине ҡанатландырған, хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйем. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә.
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң –
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,
Иркәләйһең, яратаһың, йыуатаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул хәҙергесә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә!
Ҡотлау менән тормош иптәше Лилиә.