Ошо шатлыҡлы, ҡыуаныслы көнөңдә һиңә яҙҙың дәртле һулышын, йәйҙең сафлығын, мөхәббәттең олоһон, бәхеттең тулыһын теләйбеҙ.
Бәләкәс саҡтан уҡ алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, итәғәтле һәм киң күңелле булып үҫә. Тормош иптәше Лилиә менән Күмертау ҡалаһында матур, татыу ғаилә ҡороп ғүмер итәләр. Әлеге ваҡытта Маяҡ ҡасабаһының "Элеватор" заводында эшләп, хеҙмәттәштәренең ихтирамына лайыҡ.
Һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, кәңәшсебеҙ ҙә. Барыһы өсөн дә рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән тулы бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм туғандарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең менән йәнәш атларға яҙһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң-юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап уҙһын-
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Изге теләктәр теләп әсәйең Хәҙисә, һылыуың Рәмилә, кейәүең Рәмил һәм уларҙың улдары Кинйәбулат