Яҡут ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө улым, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ - Әмир Әнүр улы ҠӘҘЕРҒОЛОВты күркәм юбилейы - 65 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, сабыр холоҡло, хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл абзыйыбыҙ беҙгә Атай урынына, балаларыбыҙға хөрмәтле Олатай! Уға ошо байрамдарында барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙгә терәк, һин беҙгә кәрәк! Һиңә теләктәрҙең иң матурын, изгеһен теләйбеҙ. Ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән йәшәүеңде теләйбеҙ.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә
Бәхет ҡунһын күңел түренә.
Барыһына ҡанат, терәк булып
Арымай атла ғүмер түренә.
Ҡотлау менән әнейең Зөбәржәт, һылыуҙарың Венера, Эльвира, кейәүҙәрең Азат, Тәбрис һәм дә уларҙың балалары Илнур, Ләйсән.