Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ Ғәйнелхәйәт Кәлимулла ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВАны 85 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уның ғүмер юлы һәр кемгә лә үрнәк булырлыҡ, яҡты өлгө итеп алырлыҡ! Беҙҙе аяҡҡа баҫтырып, оло юлға сығарғансы һиңә күп һынауҙар үтергә тура килгәндер. Беҙҙе ҡәҙерләп үҫтереп, яратып-һөйөп, әсәләрсә ҡайғыртҡаның, ғәҙеллеккә өйрәткәнең өсөн ҙур рәхмәт һиңә. Әсәй! Һин беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, киң күңелле кеше, таянысыбыҙ, ышанысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йылы ҡояшыбыҙ, йәшәү өлгөбөҙ. Һин тормош ауырлыҡтарын еңә килгәнһең, балаларыңа,туғандарыңа сабырлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек үрнәге күрһәтеп йәшәнең. Һәр ваҡыт яғымлы, йомшаҡ күңелле генә булып ҡалмайса, кәрәк ваҡытта талапсан да була белдең.
Әсәй! Ата-әсәй һәм туған ҡәҙерен белергә өйрәткәнең, туған нигеҙгә ҡайтканда ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алыуың өсөн бик ҙур рәхмәт һиңә. Өйөбеҙ һәр ваҡыт йәмле, ризыҡлы булһын, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп, беҙгә ҡыуаныс, терәк, ышаныс булып оҙаҡ ғүмер ит. Алдағы көндәреңдә лә һау-сәләмәт булып, беҙҙең шатлыҡтарға һөйөнөп йәшәргә яҙһын, барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәттәр һиңә!
Әсәй! Һиңә яҙғы ҡояш нурҙарыдай аяҙ көндәр, иртәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ! Ҡартлыҡ көндәрең бары тик шатлыҡта ғына үтһен. Гел шулай көләс, яғымлы бул. Беҙҙе һөйөндөрөп оҙон-оҙаҡ йәшә!
Иң изге теләктәр менән балаларың.