Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә

Зөләйхә БИКМАЕВА бөгөн үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылай.

Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергәБалҡып йәшә ғүмер-ғүмергә
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ Зөләйхә Сәмерхан ҡыҙы БИКМАЕВА бөгөн үҙенең күркәм юбилейын - 65 йәшен ҡаршылай.
Зөләйхә Сәмерхан ҡыҙы Көйөргәҙе районы Яңы юл ауылында татыу ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән эшһөйәр ҡыҙ ҡустыларын, һылыуын ҡараша, ата-әсәһенә ҙур терәк була. Мәктәпкә күрше Яҡшымбәт ауылына, көн дә өс саҡырым йөрөп уҡыһа ла, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, зоотехник булып эшләй, үҙен оҫта белгес итеп күрһәтә. Һуңынан Яҡшымбәт ауыл советында ла оҙаҡ йылдар эшләп, ауылдаштарының ихтирамын яулай.
Зөләйхә Сәмерхан ҡыҙының балалары ғаиләләре менән ял, байрам һайын ашҡынып ауылға ҡайтып тора. Кейәү-килендәре ҡәйнәләрен үҙ әсәһендәй ихтирам итә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәйҙәрен ярата. улар өсөн ауылға ҡайтыу ҙур байрам, өләсәйҙәре бешергән тәм-томдо бик һағыналар. Ә йәй көнө юбилярҙың баҡсаһында нимә генә үҫмәй. Ҡулдары алтын хужабикә ул беҙҙең юбиляр. Балаларына, туғандарына ярҙам итеп йәшәй. Өйө бөхтә, ялтырап тора. Ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшергә лә ваҡыт таба, уларҙы һағынып көтә.
Зөләйхә Сәмерхан ҡыҙы тормош иптәше Минеғәли менән Яҡшымбәт ауылында 34 йыл татыу ғүмер кисерҙеләр. Хужалыҡтары гөрләп торҙо. Әммә тормош ҡайғыһыҙ ғына булмай шул, бер йыл элек атайыбыҙ, тормош иптәше Минеғәли Әбделғәлим улы ҡапыл ғына үлеп ҡалды.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙгә иң яҡын кешеһен юғалтыуға ҡарамаҫтан, рухи ныҡлыҡ, күңел тыныслығын теләйбеҙ.
Ҡәҙерле әсәй, өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, ихлас күңелдән һине юбилейың менән ҡотлайбыҙ! Һиңә оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы теләйбеҙ. Шулай уҡ теремек, алсаҡ булып ҡал, яҡындарың һине тик һөйөндөрһөн генә! Тормоштоң ығы-зығыһы урап үтһен, яҡшы кешеләр генә уратһын. Хоҙай үҙеңде бәхеттән, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙән айырмаһын. Беҙ һине яратабыҙ!
Сабырлығың һинең һары алтын,
Йәй ҡояшы һәр саҡ күңелеңдә.
Һәр ваҡытта йөҙөң көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-ғүмергә.
Ҡотлау менән балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Автор:
Читайте нас