Терәк, кәрәк булып ғүмер итегеҙ

Фирҙәт менән Рәилә ӘБДРӘШИТОВТАРҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Терәк, кәрәк булып ғүмер итегеҙТерәк, кәрәк булып ғүмер итегеҙ
Терәк, кәрәк булып ғүмер итегеҙ

Яңы Мораптал ауылы
Ҡәҙерле Фирҙәт Йәдкәр улы менән Рәилә Ғәбдерәүеф ҡыҙы ӘБДРӘШИТОВТАРҙың ғаилә ҡорғандарына 45 йыл тулыу уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уларҙың мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы өс малайҙары тыуҙы. Уларҙы үҫтереп, юғары белем биреп, өйләндереп, әлеге көндә уларҙың балаларын үҫтерешәләр.
Заводта яҡшы эштәрен ташлап, олоғайған ауырыу әтей-әнейҙәрен ҡарарға ауылға күсеп ҡайттылар. Ололар оҙаҡ ятманылар, уларҙы тәрбиәләп теге донъяға оҙаттылар. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә сабырлығы, түҙемлеге менән үткәрә белгән Рәилә килен бик уңған, ҡулынан килмәгән эше юҡ: тәмле-тәмле аштар, бәлештәр, пирожкиҙай бешерергә бик оҫта. Фирҙәт тә ҡатынынан ҡалышмай: балыҡсы ла, гармунсы ла, йырсы ла. Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиҙәр, һарай тулы мал, ҡош-ҡорт аҫырайҙар улар.
Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балаларығыҙҙың тәрбиәһендә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Бер-берегеҙгә терәк, кәрәк булып ғүмер юлығыҙҙы бергә үтергә булһын.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә ҡартлыҡта.
Иң изге теләктәр менән Мәҡсүтовалар һәм Ғабдрахмановалар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас