Ғүмерең хазинаһына өҫтәлде тағын бер йыл

Ибраһим ӘЛМӨХӘМӘТОВты ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Ғүмерең хазинаһына өҫтәлде тағын бер йылҒүмерең хазинаһына өҫтәлде тағын бер йыл
Ғүмерең хазинаһына өҫтәлде тағын бер йыл

Таймаҫ ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Ермолаево ауылында йәшәүсе һөйөклө туғаныбыҙ Ибраһим Абдулла улы ӘЛМӨХӘМӘТОВты күркәм юбилейы менән ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ ысын ир-атҡа хас бөтә матур сифаттарға ла эйә: оло йөрәкле, туған йәнле, ярҙамсыл да ул. Ҡулында балта-бысҡыһы уйнап ҡына тора, гөрләтеп длонъяһын да көтә, баҡсаһын да үҫтерә, эшендә лә тырыш, абруйлы хеҙмәткәр, улы өсөн терәк-таяныс булған хәстәрлекле атай ҙа ул беҙҙең туғаныбыҙ. Артабан да шулай тормоштан йәм, ғәм табып, һәр яңы көнгә ҡыуанып, ныҡлы сәләмәтлектә, һине яратыусы, хөрмәт итеүсе яҡындарың уратыуында бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ-һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Ҡотлау менән – Йылайыр районынан апайың Дилара, еҙнәйең Шәфҡәт Салауатовтар һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас