Тормошоңдоң иң йәмле сағы

Азамат БУРАНОВты юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Тормошоңдоң иң йәмле сағыТормошоңдоң иң йәмле сағы
Тормошоңдоң иң йәмле сағы

Иҫке Мораптал ауылы
Ҡәҙерле мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ, туғаныбыҙ Азамат Тәлғәт улы БУРАНОВты ғүмеренең күркәм байрамы – 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Артабанғы тормошоңда юлдарың шыма, гел аҡ булһын, ғаиләһе, туғандары, дуҫтары гел йәнәш йөрөһөн, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар насип булһын! Ул һис кенә лә тик ятмай – ихатаһында бал ҡорто тота, мал үрсетә...
Хоҙай Тәғәлә ғаилә именлеге насип итһен. Һөйөү сәскәләрегеҙ – балаларығыҙ менән һоҡланып, ғорурланып, шатланып, бергә-бергә татыу бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Тормоштоң иң йәмле сағы,
Илле йәш – ул аҡ әле!
Алда әле – күпме шатлыҡ,
Күпме бәхет, наҙ әле.
Ғүмерҙең бер миҙгеле –
Туҡтап бер йырлап алыу.
Үткәндәргә шөкөр итеп
Киләсәккә юл һалыу!
Ҡотлау менән барлыҡ туғандарың исеменән Ғәлиә апайың.

Автор:
Читайте нас