Яңы Юл ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын булған әнейебеҙ, ҡартәнейебеҙ - Хәлимә Мисбах ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАны - 80 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи ҙур байрам. ер йөҙөндә әнәйҙән дә яҡын, әнәйҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, оло йәнле зат юҡтыр. Һин булмаһаң - беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Алланың мең рәхмәте яуһын һиңә, оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙ, балаларыңа йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ. Әтейебеҙ Ришат менән бергәләп, иҫәнлектә-һаулыҡта, беҙҙе ҡыуандырып, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ!
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймаҫ,
Ҡотлап, әнәй, тыуған көнөңдә.
Фәрештәләр ап-аҡ ҡанат булһын,
Күп ауырлыҡ күргән иңеңдә.
Һин булғанға күрә, әнәй,
Был донъяла бары нур ғына.
Нур һүнмәһен һис тә һүрелмәһен,
Оҙаҡ йәшә, иҫән бул ғына!
Иң изге теләктәр менән балаларың.