Все новости

Ғүмерҙәрең бәхет менән үтһен

Ғәфүр СӨЛӘЙМӘНОВты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ғүмерҙәрең бәхет менән үтһен
Ғүмерҙәрең бәхет менән үтһен

Ермолаево ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡартатайыбыҙ Ғәфүр Марат улы СӨЛӘЙМӘНОВты 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең уңыштары менән ғорурланып, уларҙың игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт аяҙ булһын, гел шулай йылмайып, беҙҙе һөйөндөрөп йәшәргә Хоҙай Тәғәлә насип итһен.
Ғүмер юлың оҙон-оҙаҡ булып,
Тигеҙ тормош уны биҙәһен.
Ғүмерҙәрең бәхет менән үтһен,
Ауырлыҡтар бер ҙә килмәһен.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт баш осонан уҙһын,
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Дания, улың Фидан, киленең Мәҙинә, ҡыҙың Динара, кейәүең Айнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Самина, Арсен, Әмир.

Автор:
Читайте нас: