Все новости

Ғаиләңә кәрәк, туғандарыңа терәк бул

Әлфиә ВАХИТОВАны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ғаиләңә кәрәк, туғандарыңа терәк бул
Ғаиләңә кәрәк, туғандарыңа терәк бул

Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле Илкәнәй мәктәбе директоры Әлфиә Наил ҡыҙы ВАХИТОВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уға күңел түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барыр юлдарының яҡты, эштәренең бәрәкәтле, һөйөнөслө көндәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ, рухынын ныҡ булыуын теләйбеҙ. Күңелең шулай һәр саҡ киң, атыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең көләс булһын. Оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, ныҡлы һаулыҡ бирһен Аллаһы Тәғәлә, күңелендәге йән йылындың нуры һүнмәһен-һүрелмәһен, тирә-яғыңдағыларға аҡ нур булып яғылһын. Киләсәктә лә башҡарған эштәреңдең емештәрен күреп, уңыштарға өлгәшеп, берҙәм булып һәм бергә эшләргә яҙһын.
Ғаиләңә кәрәк булып, туғандарыңа терәк булып тағы ла бик күп йылдар ғүмер йомғағын һүтергә насип итһен.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас: