Все новости

Оло йөрәкле Уҡытыусы

Наил РАФИҠОВты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Оло йөрәкле Уҡытыусы
Оло йөрәкле Уҡытыусы

Абдул ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Наил Заһретдин улы РАФИҠОВты күркәм юбилейы-65 йәше менән ҡотлайбыҙ.
Наил Заһретдин улы балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бөтә ғүмерен арнаған уҡытыусы. Үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен төшөнөп, үҙ фәнен ныҡлы белгән төплө белгес, коллективта, ауылда ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше. Информатика, математика фәндәренән белем биреп кенә ҡалмай, баланы төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур өлөш индергән абруйлы педагог. Үҙенә генә хас педагогик алымдары менән бала йөрәгенә юл таба белеүсе оло йөрәкле Уҡытыусы. Уның юлын дауам итеүсе уҡыусылары илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә унышлы эшләп йөрөйҙәр. Һәм мөмкинселек сыҡҡан һайын үҙҙәренең остазына рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә ашығалар. Наил Заһретдин улы әле лә сафта, балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә үҙ юлын дауам итә. Матур юбилейы айҡанлы беҙ ҙә, Абдул урта мәктәбе коллективы, коллегабыҙға оҙайлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтәбеҙ һәм ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Наил Заһретдин улына ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле ғүмер, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бөгөнгөләй тормоштан йәм-тәм табып, яҡындарыңдын ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, күңел йылыңды биргән хеҙмәтеңден хөрмәтен күреп йәшәргә яҙһын.

Ҡотлау менән Абдул урта мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас: