Һине ике бишле юбилейың менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Өмөт-хыялдарыңа яҡты юл асҡан Илкәнәй еренә тоғро хеҙмәт итеп, булдыҡлы етәксе, оҫта ойоштороусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ябай һәм кешелекле булыуың менән районда ихтирам ҡаҙандың.
Ихлас булмышың, бай тормош тәжрибәң артабан да Һене белгән һәм ихтирам иткән ауылдаштарың, хеҙмәттәштәрең һәм барлыҡ яҡындарың именлегенә хеҙмәт итһен.
Һеңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, шулай ышаныслы кешеләр, яҡын туғандар, балаларығыҙ, һөйгән йәрең менән оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә яҙһын! Бөтә әйтелгән теләктәр ҡабул булһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәбеҙ,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрегеҙ – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөгеҙ артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән Вәлидовтар ғаиләһе