Все новости

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Лилиә СӘЙФУТДИНОВАны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ, апайыбыҙ, балдыҙым - Лилиә Тимерхан ҡыҙы СӘЙФУТДИНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һине күркәм байрамың менән тәбрикләп: ныҡлы һаулыҡ, именлек, күңел тыныслығы, шатлыҡ ҡыуаныстар теләйбеҙ. Ҡайғы хәсрәтһеҙ яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмереңә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ бәхетле, парлы тормошта йәшә лә йәшә әле.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә,
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын
Бер ҡасан да һис бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа!
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Нәсимә, Тәнзилә, hылыуың Ғәлиә, еҙнәң Сәғит hәм уларҙың ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: