Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе МӘҠСҮТОВА Альмира Карамат ҡыҙын ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерленән-ҡәҙерле тормош иптәшем, әниебеҙ, әбиебеҙ!
Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи ҙур байрам, әниебеҙгә 60 йәш! Ер йөҙөндә әнейҙән дә яҡын, әнейҙән дә рәхимле, мөхәббәтле, әнейҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Доньяның рәхәтен, тормоштоң михнәтен, күңелдең сафлығын, намыҫтың паклығын аңларға өйрәтеүсе, үҙ йәне аша уҙҙырып, күкрәк һөтө менән иман иңдереүсе әни. Беҙ сырхаулап ятканда, күкрәгеңә ҡыҫып: «Емешем, балам» - тип, ысын күңелдән борсолоусы әниебеҙ. Һин булмаһаң – беҙ ояһыҙ ҡош, моңһоҙ йыр, йырһыҙ һандуғас кеүек йәшәр инек, тормошобоҙҙоң йәме лә, тәме лә булмаҫ ине. Аллаһының мең рәхмәте яуһын һиңә, оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә беҙ, балаларыңа йәшәйеш сығанағы булып тороуоңдо теләйбеҙ.
Әниемдең матур куҙҙәрендә
Күпме моң һәм күпме һағыш бар.
Күңелем һиҙә– хатта ғүмерен дә
Ҡыҙғанмайса беҙгә бағышлар.
Беҙҙең менән бергә ҡайғыра ул,
Беҙҙең менән бергә шатлана.
Әниебеҙ безҙең изге маяҡ кеүек,
Күнелебеҙ һәр саҡ уға тартыла.
Изге доғаң һәр саҡ һаҡлай беҙҙе
Һалҡын елдән, яуыз дошмандан.
Һин булмаһаң, беҙ һуң нишләр инек?
Иҫәнлек һорайбыҙ һиңә Хоҙайҙан.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Раил, Рөстәм улың һәм Айгөл киленең, Алиса ҡыҙың һәм Флүр кейәүең, Рәнил улың һәм ейәндәрең Данил, Искәндәр, Сафия, Әмир.