Все новости

Тормош йәмле тик һин булғанға!

Лилиә СӘЙФУТДИНОВАға иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, ғәзиз һәм яҡын булған кешебеҙ, яратҡан әсәйебеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ - Лилиә Тимерхан ҡыҙы СӘЙФУТДИНОВАны күркәм байрамы - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Беҙ ҡайтҡан һайын һинең яҡты йөҙөң, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың ҡаршы алғанына сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Азат, ҡыҙың Лиана, киленең Юлиә, кейәүең Венер, ейәнсәрҙәрең Розалина, Ралина, Диана, Ясмина, Сафина.

Автор:
Читайте нас: