Все новости

35 йәш – ул сәскә саҡ ҡына

Гүзәл АҘНАҒОЛОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

35 йәш – ул сәскә саҡ ҡына
35 йәш – ул сәскә саҡ ҡына

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, киленебеҙ, еңгәбеҙ Гүзәл Рәмил ҡыҙы АҘНАҒОЛОВАны йәшлегенең матур байрамы - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашып торһон, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Артабан да яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәргә яҙһын.
Сәскә бәйләмдәре бүләк итһәк,
Нәфис сәскәләр тиҙ ҡорор ул.
Йөрәк йылыбыҙҙы бүләк итһәк,
Һыуынмаҫтыр, йылы торор ул.
Тәбрикләйбеҙ юбилейың менән,
35 йәш – ул сәскә саҡ ҡына.
Ташып торған йәшлек дәрте менән
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эдуард, ҡыҙҙарың Азалия, Эвелина, ҡәйнәң Гөлгөнә, ҡайның Ринат, бикәстәрең Алина, Эльвира менән кейәүең Тимур һәм уларҙың балалары Алһыу, Данис, Рамаҙан.

Автор:
Читайте нас: