Все новости

Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон

Мәрйәм ИСКӘНДӘРОВАны матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! 

Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Мәрйәм Йәноҙаҡ ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАның 70 йәшлек матур ғүмер байрамы - оло юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙә һаҡланған иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Гел шулай матур, зауыҡлы ҡатын булып, йылмайып көлөп, балҡып, тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ҡәҙерле ғүмер, ауырымай-һыҙланмай, күңел тыныслығында, рух ныҡлығында ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй булып, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойөп бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Һәр атҡан таң һинең донъяңа бәрәкәт килтерһен, ғүмереңдең һәр миҙгеле бәхеткә, уңышҡа сорналып уҙһын! Һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, рәхмәтлебеҙ!
Тормош юлың һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Мәрзиә, кейәүең Фәйзулла һәм уларҙың балалары Әлиә, Илназ, кейәүҙәре Әғнәм, килендәре Илүзә.

Автор:
Читайте нас: