Все новости

Һинең менән сикһеҙ бәхетлебеҙ!

Әҡлимә ВИЛЬДАНОВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һинең менән сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Һинең менән сикһеҙ бәхетлебеҙ!

Бәләкәй Муса ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәбеҙ - Әҡлимә Айрат ҡыҙы ВИЛЬДАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә. Һинең яҡты йөҙөң йортобоҙҙоң нурын, йәмен һаҡлай, телде йоторлоҡ тәмле һыйҙарың менән ҡаршы алғаныңа сикһеҙ бәхетлебеҙ!
Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, тыуған нигеҙебеҙҙең нурын һаҡлап, оҙон-оҙаҡ парлы, бәхетле, мөхәббәтле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, һиңә барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәдүт, улың Ринат, киленең Алина, ҡыҙың Эльвира, кейәүең Артур.

Автор:
Читайте нас: