Все новости

Мөхәббәткә төрөнөп йәшәргә яҙһын

Алиса ТУНАСОВАға иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Мөхәббәткә төрөнөп йәшәргә яҙһын
Мөхәббәткә төрөнөп йәшәргә яҙһын

Яңы Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ - Алиса Ришат ҡыҙы ТУНАСОВАны күркәм юбилейы - 55 йәшлек матур ғүмер байрамы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ шул тиклем уңған, тырыш, ярҙамсыл, алсаҡ йөҙлө, туған йәнле кеше. Уның изге күңеленә, һәр беребеҙгә ярҙам итергә тырышып йәшәүенә, кәрәк саҡта гел ярҙам итергә әҙер булыуына, беҙҙең өсөн янып-көйөүөнә таң ҡалырлыҡ. Уларҙың йортонан гел нур һәм йылылыҡ бөркөлөп тора. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ уңған хужабикә, тормош иптәшенә тоғро ҡатын, ике балаһы өсөн хәстәрлекле әсәй, ейәне өсөн өҙөлөп торған өләсәй ҙә ул. Тормош иптәше, беҙҙең туғаныбыҙ Илнур менән 30 йылдан артыҡ ҡулға ҡул тотоношоп, барыбыҙға өлгө булып йәшәйҙәр, матур ғаиләлә бер ҡыҙ һәм бер ул лайыҡлы тәрбиә алып үҫеп, үҙ юлдарын уңышлы табып, ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары баш ҡалабыҙҙа теш табибы, улдары Бәләбәйҙә мал табибы булып эшләп йөрөйҙәр. Үҙ эшенә тоғро ҡалып, инде оҙаҡ йылдар балаларға төплө белем биргән уҡытыусыны эшендә лә хөрмәт итәләр, ата-әсәләр, коллегалары араһында ихтирам, иғтибар һәм юғары баһаға лайыҡ ул.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ошо күркәм юбилейың менән ҡотлап, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, беҙ һинең өсөн ихлас күңелдән ҡыуанабыҙ, киләсәк тә лә Аллаһы Тәғәлә ошо бәхетеңдән айырмаһын, тип теләйбеҙ! Иҫәнлектә, ныҡлы һаулыҡта, бәхет, шатлыҡ, мөхәббәткә, яҡындарыңдың иғтибарына төрөнөп, уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Барлыҡ туғандарың исеменән апайҙарың Минзәлә, Әнисә, Әлфиә, еҙнәң Рафиҡ, Юнир ҡәйнешең, килендәшең Жанна һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: