Все новости

Мин яныңда булам, балаҡайым

Радмир ИШЕМБӘТОВты - 10 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Мин яныңда булам, балаҡайым
Мин яныңда булам, балаҡайым

Ҡәҙерле һәм яратҡан улым, мырҙаларының ышаныслы терәге һәм таянысы - Радмир Тимур улы ИШЕМБӘТОВты - 10 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Тыуған көнөң - юбилейың менән Улым! Һәр атҡан таң һиңә һаулыҡ, бәхет, тик шатлыҡтар ғына килтерһен! Аралашҡан туғандарың, дуҫтарың, яҡындарың яҡшы уйлы булһын. Бараһы юлыңа тик бәхет, осраҡлы һәм осраҡһыҙ уңыштар ғына яуһын. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп йәшә. Беҙгә, туғандарыңа кәрәк-терәк булып, мөхәббәткә, хөрмәткә, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын! Бҽҙ һине яратабыҙ!
Асыуланма, балам, аҡыл биреп,
Шелтәләһәм һине ҡай саҡта.
Хата йылғаларын кисер кәрәк,
Ташмаҫ элек ярға, һай саҡта.
Кәрәк икән һиңә йөрәгемде,
Бүләк итәм, урап таҫмаға.
Ташҡан һыуҙы аша сығыр өсөн,
Әүерелеп ятам баҫмаға.
Әсә мөхәббәте сикһеҙ даръя,
"Балам" һүҙҙәренән башлана.
Күңелкәйен китә күрмә, берүк,
Ҡырыҫ һүҙҙәреңде ташлама.
Барыһы ла әгәр ҡаршы торһа,
Хөкөм яҙып һинең хатаңа.
Мин яныңда ҡалам, балаҡайым,
Терәк булып һинең арҡаңа.
Ҡотлау менән әсәйең һәм мырҙаларың.

Автор:
Читайте нас: