Знаменка ауылы
Ҡәҙерле әнәйебеҙ, бейем, ҡәрсәйебеҙ!!! Һине тыуған көнөң, 70 йәшлек юбилейың менән, ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағы шатлыҡ - һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, атайыбыҙ менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙенде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!!!
Юбилейын, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Яҡындарың булһын йәнәшә!!!!
Ҡотлау менән тормош иптәшен Дамир һәм балаларың