Все новости

Тормоштан йәм-тәм табып йәшә

Минегөл БОҪҠАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ! 

Тормоштан йәм-тәм табып йәшә
Тормоштан йәм-тәм табып йәшә

Көйөргәҙе ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ Минегөл Миниәхмәт ҡыҙы БОҪҠАНОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән атып тороусы оло йөрәкле шәхес. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта пар ҡанатың менән йәшәүен теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм табып, тормош иптәшең, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа, именлектә туғандар менән оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөнир, ҡыҙҙарың Әлфиә, Руфия, Айгиза, улың Мөхәрәм, кейәүҙәрең Флюрис, Рафаэль, Альберт, килендәрең Зөлфиә, Злата, ейән-ейәнсәрҙәрең Фидан, Ильфир, Дилбәр, Камила, Ангелина, Айтуған, Әлсинә һәм Эльвина менән уның тормош иптәше Таһир.

Автор:
Читайте нас: