Все новости

Эштәрең гөрләп торһон

Аҡһары мәктәбе водителен, Ишбулды Саликбаевты ҡотлайбыҙ!

Эштәрең гөрләп торһон
Эштәрең гөрләп торһон

Аҡһары мәктәбенең хөрмәтле водителе, Ишбулды Булат улы Саликбаев, ошо көндәрҙә 60 йәшлек, күркәм юбилейын билдәләп үтте. 

Күркәм, матур ғүмер байрамы менән, беҙ уны ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, оҙон парлы ғүмер, балалар ҡыуаныстары, яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ. Йөрөгән юлдарығыҙ бәлә-ҡазаһыҙ, хәүеф-хәтәрһеҙ, имен булһын.
Ҡайғы-хәсрәт туҡтатмаһын,
Машинаңды юлдарҙа.
Һыр һалмаһын маңлайыңа
Айҙар, көндәр, йылдар ҙа.
Киләсәккә теләгебеҙ:
Юлдарың гел уң булһын.
Ташламаһын сәләмәтлек,
Эштәрең гөрләп торһон.
Иң изге теләктәр менән Аҡһары мәктәбе, «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы коллективтары.

Автор:
Читайте нас: