Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле Әҡлимә Айрат ҡыҙы ВИЛДАНОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхет-шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен генә күреп, имен тормошта бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбен коллективы.