Бәрәкәтле, яҡты, нурлы ғүмер теләйбеҙ

Әлфиә АҘНАБАЕВАны ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ!

Бәрәкәтле, яҡты, нурлы ғүмер теләйбеҙБәрәкәтле, яҡты, нурлы ғүмер теләйбеҙ
Бәрәкәтле, яҡты, нурлы ғүмер теләйбеҙ

Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ Әлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы АҘНАБАЕВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, ярҙамсыл, тырыш коллегабыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта донъяларҙы нурлы итеп бәхетле тормошта, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарығыҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡтарға ғына тулып тәгәрәһен. Йәшегеҙгә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманығыҙ күп йылдарға етһен, йөҙөгөҙҙән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән Илкәнәй мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас