Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған апайыбыҙ - Рәхилә Фәрит ҡыҙы КЕЙЕКБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Уңған, сабыр йөрәкле, тырыш яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Беҙгә гел ярҙам итеп, барыбыҙҙы хәстәрләп, йәшәү нуры биреп торғаның өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, ҡәҙерлебеҙ. Киләсәктә лә күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә терәк, кәрәк булып, изге кәңәштәреңдән айырмай йәшәргә лә йәшәргә насип булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине юбилейың менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән мырҙаларың Марат, Рафиҡ, һылыуҙарың Рәмилә, Райхана һәм уларҙың ғаиләләре.