Аҡһары ауылы мәктәбе директоры Рида Ибат ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАны - матур, күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уңған, тыңғыһыҙ, хәстәрлекле етәксебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы тормошоғоҙҙа иҫәнлек-һаулыҡта, башҡарған эшегеҙҙең яҡшы һөҙөмтәләрен күреп, юғарыраҡ уңыштарға өлгәшеп, эшләргә насип булһын. Тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, яҡындарығыҙ изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Киләсәк көндәрегеҙ яҡты, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай булһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән Аҡһары мәктәбе, «Аҡсәскә» балалар баҡсаһы коллективтары.