Аҡһары ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған, һөйөклө апайыбыҙ - Рида Ибат ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА ошо көндәрҙә бик матур юбилейын билдәләй, ошо уңайҙан уға ихлас ҡотлау һүҙҙәребеҙҙе юллайбыҙ!
Тырыш, хеҙмәтһөйөүсән, үҙ эшен яратып, намыҫлы башҡарыусы апайыбыҙ ҡайҙа эшләһә лә уның хеҙмәте гел маҡтауға лайыҡ булды, ул етәкләгән мәктәптәр сәскә атып, алдынғылар рәтенән төшмәне. Бөгөнгө көндә Рида ибат ҡыҙы Аҡһары мәктәбен уңышлы етәкләй. Уның күп йыллыҡ хеҙмәте бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән, "Башҡортостан республикаһының мәғариф Отличнигы"билдәһе, "Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең Почетлы хеҙмәткәре" исемдәре менән билдәләнгән, былар барыһы ла уның булдыҡлы етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы булыуын дәлилләй.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде, тырышлығыңды, уңғанлығыңды әйтеп бөтөрлөк түгел. Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәр әйтеп, ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Рәүеф, киленең Гөлгөнә һәм уларҙың балалары.