Яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ

Рәхилә КЕЙЕКБАЕВАны юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙЯратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ
Яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ
Яҡшымбәт ауылы
Донъялағы иң ҡәҙерле, иң ғәзиз кешебеҙ, яратҡан әнейебеҙ - Рәхилә Фәрит ҡыҙы КЕЙЕКБАЕВАны - 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, ошо матур сара уңайынан беҙ һиңә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. . Һөйөклөбөҙ, һин һәр ваҡыт яҡшы күңелле, сабыр, кешелекле, оло йәнле һәм яғымлы. Алдағы тормошоң ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтһен, сәләмәт бул, матур ғүмер ит, балаларыңдың, ейәндәреңдең игелеген күреп, һәр вакыт шулай изге, сабыр, шат, күңелле булып оҙаҡ йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, байрамың уңайынан баш эйеп рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме донъя яҡшылығы
Юлдаш булһын һәр саҡта!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың.
Автор:
Читайте нас