Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Рәшит АҠСУРИНды ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ғүмереңдең балҡып торған мәлеҒүмереңдең балҡып торған мәле
Ғүмереңдең балҡып торған мәле
Ҡарай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәп бик тырышып эшләп йөрөүсе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған кешебеҙ - Рәшит Юнир улы АҠСУРИНды - 55 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, егәрле, өлгөр, хәстәрлекле, киң күңелле кеше ул. Киләсәк көндәреңдә һиңә ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, яңы үрҙәр, бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ. Беҙ һине алсаҡ, тормош яратыусан, ярҙамсыл, ышаныслы булыуың менән хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә матур ғүмер байрамы менән тәбрикләп ер йөҙөндә булған иң изге теләктәрҙе генә юллайбыҙ. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнгән оҙон ғүмер, көс-дәрт, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, оло йәнле булып, балаларыңдың, туғандарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, тыныслыҡта, муллыҡта, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һиңә! Юлдарыңда Хызыр Ильяс һәр ваҡыт юлдаш булһын! Эштәрең уң, күңелең көр, ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерлек булһын!!!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән апайың Хәмиҙә Искәндәрова һәм уның балалары Рәмил һәм Ләйсән, Рәсил һәм Альбина Искәндәровтар, Ришат һәм Әлфинә Саҡаевтар, Фәрит һәм Әлиә Бикҡоловтар, Урал һәм Лилиә Зәйнәғәбдиновтар ғаиләләре.
Автор:
Читайте нас