Күмертау ҡалаһы
Күмертау ҡалаһындағы "СтройЭнергоМонтажСервис" уҡытыу үҙәге директоры, беҙҙең хөрмәтле коллегабыҙ - Рәшит Юнир улы АҠСУРИНды үҙенең - 55 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй!
Хөрмәтле Рәшит Юнир улы, һеҙҙең турала күпме маҡтап яҙһаҡ та, һеҙҙең тырышлығығыҙҙы, талапсанлығығыҙҙы, эшһөйәрлегегеҙҙе һәм булдыҡлы етәксе булыуығыҙҙы әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Хужалыҡ көслө ҡулды ярата, тиҙәр һәм беҙ был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәбеҙ, сөнки һеҙ тап шундай етәкселәрҙең береһе. Һәм бөгөн, һеҙҙең оло юбилейығыҙ көнө беҙ һеҙгә бар коллектив исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, һеҙ ғәҙел, талапсан, булдыҡлы етәксе, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең коллективыбыҙға нисек дөрөҫ хәрәкәт итергә кәрәклеген күрһәтеп тораһығыҙ. Иң ҡатмарлы мәсьәләне лә һәр саҡ еңел генә хәл итә алыуығыҙ хайран ҡалдыра. Яуаплылыҡтан ҡурҡмайынса һәр ваҡыт үҙегеҙҙең хеҙмәткәрҙәрегеҙ тураһында хәстәрлек күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Ҡәҙерле Рәшит Юнир улы, юбилейығыҙ менән һеҙҙе! Һеҙ беҙҙең етәксебеҙ, остазыбыҙ һәм командирыбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге, бәхетле, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Күмертау ҡалаһындағы "СтройЭнергоМонтажСервис" уҡытыу үҙәге коллективы.