Все новости

Йөрәгеңдә балҡый ҡояш йылыһы

Руфия ҺӨЙӨНОВАны ҡотлайбыҙ!

Йөрәгеңдә балҡый ҡояш йылыһы
Йөрәгеңдә балҡый ҡояш йылыһы

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерлебеҙ - ҺӨЙӨНОВА Руфия Арыҫлан ҡыҙы 45 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Яҡыныбыҙҙы матур байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ күк, тыныс тормош теләйбеҙ.
Изге йөрәкле һин, ата-әсәйеңә – таянырлыҡ бала, ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле апай, һылыу, серҙәш, балаларыңа һоҡланырлыҡ әсәй. Яҙ миҙгелендә тыуып, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Киләсәктә лә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм улдарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, туғандарың менән бергә йәнәш атларға яҙһын.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын
Килә бөгөн бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр юбилей үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта.
Иң изге теләктәр менән һылыуың Гүзәл, кейәүең Фәдис, атайың, әсәйең һәм барлыҡ булған туғандарың.

Автор:
Читайте нас: