Все новости

Ауырлыҡтар килә күрмәһен

Фәрзәнә һәм Булат БИКМАЕВтарҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ауырлыҡтар килә күрмәһен
Ауырлыҡтар килә күрмәһен

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле һылыуыбыҙ Фәрзәнә һәм кейәүебеҙ Булат БИКМАЕВтарҙы тыуған көнөгөҙ - 60 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән ысын күңелебеҙҙән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Яҡындарыбыҙ, һеҙгә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта, парлы ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирамын, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең һөйөүөн тойоп, ҡыуанып йәшәгеҙ.
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен,
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Өмөт йондоҙҙары балҡып торһон,
Йыраҡ йөрөһөн һеҙҙән һағыштар.
Мулдан булһын һеҙҙең өлөшөгөҙгә
Яҙмыш яҙған бәхет-шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән апайҙарығыҙ, еҙнәләрегеҙ һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: