Все новости

Ғүмерле бул, рәхәт йәшә

Динар ВАХИТОВты йәшлегенең иң күркәм байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Ғүмерле бул, рәхәт йәшә
Ғүмерле бул, рәхәт йәшә

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле һәм яратҡан улыбыҙ, ағайым, ейәнебеҙ, туғаныбыҙ - Динар Марат улы ВАХИТОВты йәшлегенең иң күркәм байрамы - 17 йәше тулыу менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тыуған көнөң менән Улым! Һәр атҡан таң һиңә һаулыҡ, бәхет, тик шатлыҡтар ғына килтерһен! Аралашҡан туғандарың, дуҫтарың, яҡындарың яҡшы уйлы булһын. Бараһы юлыңа тик бәхет, осраҡлы һәм осраҡһыҙ уңыштар ғына яуһын. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡуйылған маҡсаттарыңа ирешеп йәшә. Беҙгә атай-әсәйеңә, туғаныңа кәрәк-терәк булып, мөхәббәткә, хөрмәткә, бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшә. Тормошоңда ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла, яныңда гел ярҙамға килергә әҙер яҡындарың булыуын бер ҡасан да онотма. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм сикһеҙ яратабыҙ!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн һәр саҡ йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә оҙаҡ йәшәргә.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ бер-бер артлы
Шатлыҡ нуры һирпеп килгәнен.
Күҙҙәреңдең гел балҡыуын теләйбеҙ,
Йылмайғанын теләйбеҙ, көлгәнен.
Улыбыҙ, ғүмерле бул, рәхәт йәшә,
Ҡайғы еле һиңә теймәһен.
Теләр теләктәрең ҡабул булһын,
Өмөттәрең һис кем өҙмәһен.
Иң изге теләктәр менән атайың Марат, әсәйең Олеся, һеңлең Эльвина һәм Ғүмеровтар, Сарбаевтар ғаиләләре.

Автор:
Читайте нас: