Все новости

Ҡояш һипһен нурын иркәләп

Хәмдиә РӘШИТОВАны ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!

Ҡояш һипһен нурын иркәләп
Ҡояш һипһен нурын иркәләп

Яҡут ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ Хәмдиә Ғәзиз ҡыҙы РӘШИТОВАны күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ!
Матур яҙҙарға йәм өҫтәп, тәбиғәттең ошо миҙгелендә донъяға килеп, барлыҡ туғандарыңды, яҡындарыңды ҡыуандырғанһың. Бөгөн дә һин, ҡәҙерле кешебеҙ, үҙеңдең тирә-яғыңдағы кешеләргә шатлыҡ өләшәһең, олоһона ла, кесеһенә лә һин кешелекле, игелекле, абруйлы кәңәшсе, шуға күрә лә үҙең оло ихтирам ҡаҙанғанһың.
Беҙҙең апайыбыҙ Яҡут ауылының ағинәйе, йырсыһы, бейеүсеһе, бөтә яҡлап та килгән. Халыҡ артисткаһы исеменә лайыҡһың, апай!
Беҙ һиңә сәләмәтлектең ныҡлыһын, ғүмерҙәрҙең оҙонон, бәхеттәрҙең диңгеҙҙәй сикһеҙен теләйбеҙ. Киләсәктә лә туғандарыңа, балаларыңа аҡыллы кәңәштәреңде биреп, рухи көс өҫтәп, уларға терәк булып, игелектәрен, изгелектәрен генә күреп Рәжәп еҙнәбеҙ менән бәхетле, парлы, оҙон ғүмер кисерергә яҙһын Хоҙай Тәғәлә.
Тағы оҙаҡ йылдар һиңә
Яҡты таңдар, наҙлы иртәләр,
Һандуғастар һиңә моңон түкһен,
Ҡояш һипһен нурын иркәләп.
Баҡсалағы гөлдәр йәйҙәр һайын
Һинең өсөн сәскә атһындар,
Һинең өсөн генә яҙҙар һайын
Яҡындарың янып торһондар.
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Сәғҙәт, киленең Раушания, һылыуҙарың Альбина, Ғәлиә.

Автор:
Читайте нас: