Все новости

Балҡып торһон тормош юлың

Рәмил ИСКӘНДӘРОВты ҡотлайбыҙ! 

Балҡып торһон тормош юлың
Балҡып торһон тормош юлың

Яҡуп ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған кешебеҙ ИСКӘНДӘРОВ Рәмил Ғәлимйән улының ғүмер байрамы - 45 йәшлек юбилейы! Изге йөрәкле ул, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, тырыш, аҡыллы ир- егет. Тәбиғәттең яңы ғына уянған мәлендә донъяға килгән ҡәҙерлебеҙ! Яҙ ҡояшындай һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙҙе тормош һуҡмаҡтарында ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә. Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, туғандарың менән йәнәш атларға яҙһын.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Ҡотлау менән әнәйең һәм бер туғандарың.

Автор:
Читайте нас: