Все новости

Һин булғанға беҙҙең донъя бөтөн

Менәүәрә АҘНАБАЕВАға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һин булғанға беҙҙең донъя бөтөн
Һин булғанға беҙҙең донъя бөтөн

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ Менәүәрә Мырҙағәли ҡыҙы АҘНАБАЕВАны 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Әнәй, Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, бәхет-шатлыҡтарҙан айырмаһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып оҙаҡ йәшә. Һин – доңъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе, һине сикһеҙ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.
Һоҡланырлыҡ ғүмер юлың үтә
Терәк булып беҙгә тормошта.
Беҙҙең өсөн янып йәшәйһең һин,
Ҡыуанаһың һәр бер уңышҡа.
Тән сихәте бирһен һиңә Хоҙай,
Йән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай –
Бергә-бергә ғүмер итергә.
Иң изге теләктәр менән улың Илнур, ҡыҙҙарың Гөлнур, Гөлфиә, киленең Әлфиә, кейәүҙәрең Альберт, Радик, ейән-ейәнсәрҙәрең Руслан, Әлиә, Румиль, Эллина, Лиана, Эльдар, Асҡар, Эмиль һәм Эльвир.

Автор:
Читайте нас: