Все новости

Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә

Азат СӘЛТӘШЕВты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә
Өфө ҡалаһы
Ҡәҙерле һәм ғәзиз улым - Азат Рәшит улы СӘЛТӘШЕВты матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҡын һәм ғәзиз кешебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы, ҡыуаныслы, тыныс, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә киң күңелле, изгелекле, ярҙамсыл, туған йәнле булып, балаларыңдың, ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың, дуҫтарыңдың һөйөүен, хәстәрлеген тойоп, киленебеҙ менән бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Изгелегең, ихлас хәстәрлегең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын, балам. Азат улым, һин беҙгә терәк, һин беҙгә кәрәк!
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң-юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап уҙһын-
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә.
Ҡотлау менән әнәйең Дамира, мырҙаң Әхмәт һәм килендәр.
Автор:
Читайте нас: