Все новости

Ярҙамдарың үҙеңә кире ҡайтһын

Зилә ХӨСӘЙЕНОВАға иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Ярҙамдарың үҙеңә кире ҡайтһын
Ярҙамдарың үҙеңә кире ҡайтһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле еңгәбеҙ Зилә Минихаҡ ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны 65 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ул изге күңелле, ярҙамсыл, бал ҡортондай уңған, ҡунаҡсыл хужабикә, ғаиләһе, туғандары тип йән атып тороусы гүзәл зат. Яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, күңел тыныслығында, бәрәкәттә, бәхеттә, татыулыҡта пар ҡанатың менән йәшәүеңде теләйбеҙ. Һәр ваҡыт та алдағы көнгә өмөт бағлап, тормоштан йәм-тәм, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, хәстәрлеген тойоп, уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшә. Изгелегең, ихлас хәстәрләрең, ярҙамдарың үҙеңә кире әйләнеп ҡайтһын. Донъя мәшәҡәттәренән арымай-талмай, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа туғандар менән татыулыҡта йәшәргә яҙһын.
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты нурлыһын.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән ҡәйнешең Фәнит, киленең Рәмилә һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: