Все новости

Һин булғанда доньябыҙ йәмле, йәнле

Зимфира ӘБДЕЛМӘНОВАны ҡотлайбыҙ!

Һин булғанда доньябыҙ йәмле, йәнле
Һин булғанда доньябыҙ йәмле, йәнле

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ ӘБДЕЛМӘНОВА Зимфира Карам ҡыҙының куркәм юбилейы-65 йәшлек ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, hәр атҡан таңға һоҡланып, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.

Һин булғанда доньябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әней! 

Ҡотлау менан тормош иптәшең Франц, улдарың Василий, Марсель, Айнур, килендәрең Надежда, Гөлдәр, ҡыҙҙарың Айһылыу, Айзилә, кейәүҙәрең Ринат, Айнур һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Автор:
Читайте нас: