Все новости

Яҙмыш һиңә булһын мәрхәмәтле

Альбина ҠОТЛОМБӘТОВАны йәшлегенең күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Яҙмыш һиңә булһын мәрхәмәтле
Яҙмыш һиңә булһын мәрхәмәтле

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө туғаным, бикәсем, апайыбыҙ Альбина Азамат ҡыҙы ҠОТЛОМБӘТОВАны йәшлегенең күркәм байрамы - 25 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең йәшлегеңдең иң матур байрамы. Ошо күркәм көн уңайынан һине ихлас күңелдән ҡотлап донъяла булған барлыҡ изге теләҡтәребеҙҙе юллайбыҙ! Аллаһы Тәғәлә һине сәләмәтлектән, күңел күтәренкелегенән айырмаһын. Яҙмыш һиңә мәрхәмәтле булһын. Алла Бирһә артабан уҡыуҙарыңда, тормошоңда тик уңыштар юлдаш булһын! Барлыҡ хыялдарыңды тормошҡа ашырып тормош һуҡмағынан ғорур атла, ә беҙ, һинең яҡындарың гел яныңда булып, һине һәр яҡлап ҡеүәтләп, ярҙам итеп торорбоҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән абзыйың Азат, еңгәң Ләйсән һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: