Все новости

Бәхет-шатлыҡтарға йәшә төрөнөп!

Альфина КӘРИМОВАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхет-шатлыҡтарға йәшә төрөнөп!
Бәхет-шатлыҡтарға йәшә төрөнөп!

Абдул ауылы
Тәбиғәттең уянған, яҙҙың йәмле ҡояшлы көнөндә хөрмәтле коллегабыҙ Альфина Рауил ҡыҙы КӘРИМОВА үҙенең матур юбилейын билдәләй!
Альфина Рауил ҡыҙы, һеҙҙе ошо күркәм байрамығыҙ менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Иңдәрегеҙҙә оло яуаплылыҡ! Үҫеп килгән быуындың яҡты киләсәге өсөн уҡытыусы булыу яҙмышын һайлағанһығыҙ! Һеҙ - ижад кешеһе, туҡтауһыҙ янып торған факел!!! Ныҡлы белем, оҫталыҡ , фантазия талап иткән бөйөк һөнәр эйәһе! Беҙҙең коллективта һеҙ, ысынлап та, тап шулай. Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән, яуаплы коллега. Яңынан-яңы пландар, идеялар менән янып йәшәйһегеҙ һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа арымай-талмай хеҙмәт итәһегеҙ.Һеҙ матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, фиҙакәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ менән абруйлы! Тормош һеҙгә үҙе ике бишле ҡуя.
Альфина Рауил ҡыҙы, һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Тормош юлығыҙ бәхетле миҙгелдәргә бай булһын. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы- яңы үрҙәр, талантлы балалар, алдынғы ҡарашлы ата- әсәләр, татыу коллектив, ныҡлы тыл насип булһын.
Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, бәхетле өләсәй булып, тормош иптәшегеҙ Радик Ракит улы менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын. Матур юбилейығыҙ ҡотло булһын!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Ҡотлау менән Абдул урта мәктәбе коллективы.

Автор:
Читайте нас: